08:32 (UTC+5), 30 Сентябрь 2013

Өфөлә IV төбәк-ара экологик форум үтәсәк

Галина Бахшиева
8-10 октябрҙә республиканың баш ҡалаһында IV төбәк-ара экологик форум һәм «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге–2013 » ХVIII махсус күргәҙмә уҙасаҡ.
- Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге иң яҡшы ғилми-техник ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү, ҡалдыҡтарға контроллек итеү, предприятиеларҙан ағып сыҡҡан бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү, буйынса прогрессив технологияларҙы ғәмәлгә индереү ошо ике сараның маҡсаты булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Уның һүҙҙәренсә, күргәҙмә тәбиғәтте һаҡлауға тәғәйенләнгән продукциялар һәм төрлө тармаҡҡа йүнәлтелгән етештереү ҡоролмалары проекттарын берлектә тормошҡа ашырыу өлөшөндә хеҙмәттәшлек элемтәләрен булдырыуға саҡыра. Бынан тыш, ул экологик эштәр һәм хеҙмәттәр баҙарын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Экологик форумдың һәм махсус күргәҙмәнең программаһы киң һәм төрлө. Форум программаһында - Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Ғилми-техник советы ултырышы, хәҙерге заман газ таҙартыу системаларын ҡулланыу буйынса бөтә Рәсәй сәнәғәт предприятиелары етәкселәре кәңәшмәһе, шулай уҡ көнүҙәк экологик темаларға ғилми-ғәмәли конференциялар һәм семинарҙар.
«Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге–2013» ХVIII махсус күргәҙмә –Урал-Волга буйы төбәге территорияһында уҙғарылған ҙур күргәҙмәләрҙең береһе. Сараны үткәреү мөһимлеге Башҡортостандың нефть һәм газ сығарыу, нефть-химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте үҙәге булып тороуы менән билдәләнә. Республикала тау-мәғдән тармағы, металлургия һәм машиналар эшләү үҫешкән.
Һәр ваҡыттағыса форумдың һәм күргәҙмәнең төп ойоштороусылары – Башҡортостан хөкүмәте, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР буйынса Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү идаралығы һәм «Лигас» коммерция инновацион үҙәге.
Белешмә өсөн. Башҡортостан Республикаһында тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге буйынса махсус күргәҙмә 1995 йылдан алып уҙғарыла. Экологик форум тәү тапҡыр Өфөлә 2004 йыл үткәрелгән.
Сараларҙа төрлө йылдарҙа Германия, Великобритания, Дания, Швейцария кеүек илдәрҙән ҙур компаниялар ҡатнашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика