Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2013, 14:46

Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә

Бөгөн көн аҙағына Башҡортостанда һауа торошо боҙоласаҡ, тип иҫкәртә Башгидромет.
- Республикала аҙнаның тәүге яртыһында болотло һауа торошо көтөлә, ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ минус ике, плюс өс градус буласаҡ, төнөн аяҙайтҡанда алты градусҡа тиклем һалҡынайтасаҡ, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда аҙнаның икенсе яртыһында яуым-төшөм туҡтаясаҡ. Көндөҙ һауа температураһының плюс алты-һигеҙ градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас