09:24 (UTC+5), 27 Сентября 2013

«Кроношпан» заводы төҙөлөшө тураһындағы мәсьәлә ҡаралды

Людмила Терновая
Өфөлә Башҡортостандың Өфө районында төҙөләсәк «Кроношпан» компанияһы предприятиеһының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон баһалау мәсьәләһе буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Кроношпан» заводы төҙөлөшө граждандарҙың ризаһыҙлығы арҡаһында туҡтап ҡалды. Был айҡанлы йәмәғәтселек, министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашлығында күп тапҡырҙар осрашыуҙар ойошторолдо, унда предприятиеның тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон баһалау материалдары тикшерелде.
Был юлы осрашыу республиканың Өфө районы хакимиәтендә үтте. Тыңлауҙарҙа «Кроношпан» компанияһының Рәсәйҙәге етәкселеге, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре, бойондороҡһоҙ эксперт-экологтар, йәмәғәтселек ҡатнашты..
Сәбәбе – төбәктә ағас эшкәртеү производствоһын юлға һалыу мәсьәләһе буйынса граждандарҙың яҙма мөрәжәғәттәре. Был турала Өфө район Советы рәйесе, йөмөғөтселек тыңлауҙарын үткәреү буйынса комиссия рәйесе Валерий Сидоров хәбәр итте.
Завод төҙөлөшө буйынса бирелгән һорауҙарҙың бер өлөшөнә, «Кроношпан» компанияһының Рәсәйҙәге генераль директоры Ардашер Курбаншо яуап бирҙе. Ул, предприятиеның тораҡ пункттарынан алыҫлығы – 300 метр, был дөйөм Рәсәй нормаларына тап килә, ә ул үҙ сиратында Европа нормаларынан бер нисә тапҡырға артығыраҡ (уларҙа бындай заводтар тораҡ пункттарынан 50 метр алыҫлыҡта урынлаша), тип белдерҙе.
Төбәктең төбиғәтте һаҡлау һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина, заводтың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон баһалау проекты әлеге ваҡытта эксперттар тарафынан ентекле тикшерелә, тип хәбәр итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика