18:08 (UTC+5), 27 Сентября 2013

Өфөлә Рәсәй Яҙыусылар союзы Пленумы үтте

Эльмира Сабирова
Өфөлә үткән Рәсәй Яҙыусылар союзы Пленумына билдәле шағирҙар, прозаиктар, илдең әҙәбиәт тәнҡитселәре йыйылды.
Ҡаурый оҫталары фекерләүенсә, бөгөн әхләҡи байлыҡтар икенсе планға күсте, шул иҫәптән әҙәбиәттә лә. Классика үҙ урынын «еңел» «бульвар» романдарына һәм ябай детективтарға бирҙе.
Хәҙерге әҫәрҙәрҙә булған проблемаларҙы сағыуыраҡ яҡтыртырға, рус теленең сафлығына иғтибар бүлергә, тәнҡитселәр һәм тәржемәселәр эшен көсәйтергә кәрәк, тип иҫәпләй яҙыусылар.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Пленумда ҡатнашып, ҡәләм оҫталарының бөгөнгө йәмғиәттә мөһим роль уйнауҙары хаҡында әйтеп үтте. Республикала әллә күпме әҙәби премиялар булдырылған, китап нәшер итеү комиссияһы линияһы буйынса ғына милли әҙәбиәткә ярҙамға йыл һайын 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Рәсәй әҙәбиәтенең иң яҡшы әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителә һәм киреһенсә. Тик шулай ғына үҫеп килгән быуында бәләкәйҙән әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй аласаҡбыҙ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лилиә Ғүмәрова.
Вице-премьер Пленумда ҡатнашыусыларға Республика Президентының сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.
Артабан Лилиә Ғүмәрова РФ Яҙыусылар союзы рәйесе Валерий Ганичевҡа әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм уңышлы ижимағи эшмәкәрлеге өсөн БР Почет грамотаһы тапшырҙы.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика