06:11 (UTC+5), 27 Сентября 2013

Башҡортостан делегацияһы фин-уғыр халыҡтарының V съезында ҡатнашты

Әлим Фәйезов
Башҡортостан Республикаһынан делегация, кисә, 26 сентябрҙә, Саранскиҙа уҙған Рәсәй Федерацияһы фин-уғыр халыҡтарының V съезында ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы составына Рәсәй Федерацияһы Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы Советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, «Башҡортостан Республикаһында мордва милли-мәҙәни үҙәге» Төбәк ижтимағи ойошмаһының рәйесе Юлия Герасимова, шулай уҡ башҡорт шағирәһе, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы мөхәррире Йомабикә Ильясова инде.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов съезда ҡатнашыусыларға үҙенең сәләмен ебәрҙе. Съезда тикшерелгән милли үҙаңды үҫтереү, фин-уғыр халҡының мәҙәни-әхләҡи байлыҡтарын һаҡлап ҡалыу, этномәҙәни мөнсәбәттәрҙе киңәйтеү кеүек мәсьәләләр ҙур әһәмиткә эйә, тип билдәләне сәләм хатында республика башлығы. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов «Съезда ҡараласаҡ бурыстар Рәсәй халыҡтарының тел һәм мәҙәниәт диалогын артабан да нығытырға булышлыҡ итәсәк» тигән ышаныс белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика