Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2013, 18:25
Мәғариф министрының беренсе урынбаҫары тәғәйенләнде
Башҡортостанда мәғариф министрының беренсе урынбаҫары вазифаһына Руслан Хәбибов тәғәйенләнде.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ул балалыҡ хоҡуҡтарын һаҡлау, хоҡуҡ, кадрҙар һәм мәғлүмәт-аналитика эше, матди-техник тәьминәт мәсьәләләре өсөн яуап бирәсәк.
Руслан Хәбибов Һамарҙа тыуып үҫкән, 1996 йылда — Пермь хәрби авиация техник училищеһын, 2003 йылда «социаль эш» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
1991 йылдан 1998 йылға тиклем РФ Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткән. 1999 ¬– 2005 йылдарҙа — «Үҫмер» үҙәгендә эшләгән, Йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге директоры, Өфөнөң Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары. 2005 – 2009 йылдарҙа — баш ҡаланың Калинин районындағы 157-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры. 2009 йылдан 2011 йылға тиклем Калинин районы хакимиәте башлығының гуманитар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. 2011 – 2013 йылдарҙа — Өфө хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығы начальнигы.
Өфө опека һәм попечителлек идаралығы етәксеһе итеп элек ҡала мәғариф идаралығында эшләгән Татьяна Квасникова тәғәйенләнде.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
тәғәйенләү
урынбаҫар
Читайте нас