12:32 (UTC+5), 26 Сентября 2013

Өфө районында X Республика йәш журналистар фестивале үтә

Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова
Өфө районының «Восход» ял базаһында X Республика йәш журналистар фестивале асылды.
Ике көнлөк форумда бөтә республика гәзиттәре хәбәрселәре ҡатнаша: «Бүздәк хәбәрҙәре», «Туймазинский вестник», «Белорецкий рабочий», «Яңауыл таңдары» һәм башҡалар.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов сәләмләне:
- Фестивалдең төп маҡсаты – аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу. Предприятиены ғәҙәттә кешеләр капиталына ҡарап баһалайҙар. Был рейтингтың юғары баҫҡысында иһә сеймал һәм ресурс компаниялары түгел, ә «аҡылда» төҙөлгән компаниялар. Һеҙ – капитал. Мин һеҙгә йөкмәткеле аралашыу, профессиональ яҡтан байығыуығыҙҙы теләйем.
Хәҙерге заман журналисы фотоаппарат менән ҡуллана белергә, видео төшөрөргә, интернет-технологияларына эйә булырға тейеш.
Яңы медиа һәм яңы журналистика тураһында фестивалдә ҡатнашыусыларға Воронеж дәүләт университетының журналистика факультеты деканы Владимир Тулупов һөйләне. Ул ҡағыҙ матбуғатының яҙмышы, интернет-журналистиканың үҫеше, гәзит материалдарын анализға, эксперттарҙың комментарийҙарына һәм эксклюзив биреүгә йүнәлтеү кәрәклеге тураһында һөйләне.
Шулай уҡ фестивалдә интернет-журналистикаһы, уның спецификаһы хаҡында һүҙ барҙы – фестивалдә ҡатнашыусылар менән Ufa1.ru сайтының баш мөхәррире Олег Смаков һөйләште.
Электрон гәзиттең күп форматлы версиялары менән «Туймазинский вестник»тың баш мөхәррире Гөлназ Ермохина таныштырҙы. Өфө дәүләт нефть техник университетының политология, социология һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Максим Яковлев «Нисек ышаныслы яҙырға?» эшлекле уйынын үткәрҙе. Тәүге фестивалдәрҙә ҡатнашыусылар «Беҙ беренсе булдыҡ» түңәрәк өҫтәле артына йыйылды.
Йома көндө, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған «Тапалмаған һуҡмаҡтар» конкурсы йомғаҡтары иғлан ителәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика