07:39 (UTC+5), 26 Сентябрь 2013

Ғалимдар хеҙмәттәшлектең стратегик йүнәлештәрен тикшерҙе

Әлим Фәйезов
Өфөлә «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында (ШХО) ҡатнашыусы илдәрҙең хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген арттырыуҙың стратегик йүнәлештәре һәм юлдары: иҡтисад, экология, демография» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы асылды. Унда Рәсәйҙән, Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Тажикстандан һәм Израилдән 300 ғалим ҡатнашты.
Төрлө илдәр ғалимдары белдергән төп тезис: Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән дәүләттәргә сәйәси һәм иҡтисади проекттарҙы фәнни экспертиза фильтры аша үткәрергә кәрәк. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең стратегик бурыстарына транспорт һәм сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү, мультимодаль логистика, сауҙа һәм туризм үҙәктәре ойоштороу инә. Ә уларҙы фәнни берләшмә ярҙамына мөрәжәғәт итмәйенсә тороп хәл итеп булмай, тип иҫәпләй конференцияла ҡатнашыусылар.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең макроэкономика мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды. Ҡаҙағстан Иҡтисад институтының глобалләштереү һәм төбәк интеграцияһын тикшереүҙәр бүлеге мөдире Булат Хөсәйенов, донъя экспортында ШХО илдәренең өлөшө 11 йылда 2,4 тапҡырға артты, тип билдәләне. Хәйер, ШХО илдәренә индерелгән продукция өлөшө лә 2001 йылдан 2012 йылға тиклемге осорҙа 2,5 тапҡырға артты. Әммә Урта Азияла социаль-иҡтисади хәл тотороҡло түгел, шуға күрә илдәребеҙҙең һәр ҡайһыһының оҙайлы ваҡытҡа иҡтисади үҫеш стратегияһын эшкәртеү генә түгел, дөйөм интеграцион макроэкономик модель тураһында ла уйлау урынлы булыр.
ШХО эшенең сәйәси яғына килгәндә, ғалимдар, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәр аҡрынлап геосәйәсәттә лә үҙ йоғонтоһон арттыра бара, тигән уртаҡ фекергә килде. Әммә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы майҙанында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең берҙәм системаһын булдырыу йүнәлешендә әүҙемерәк эшләргә кәрәк.
Конференцияла иҡтисад, экология, демография һәм һаулыҡ һаҡлау темаларына 80-дән ашыу доклад яһалды, тип хәбәр иттеләр “Башинформ” агентлығына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика