05:35 (UTC+5), 25 Сентября 2013

Төбәк йәш натуралистарының яҡшы эштәре Мәскәү күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

Людмила Терновая
Республиканың балалар экологик-биология үҙәгендә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына һәм Рәсәйҙә өҫтәмә белем биреүҙең 95 йыллығына арналған «Йәш натуралист–2013» конкурсы уҙғарылды. Төбәктең 25 районынан коллективтар «Сәскә үҫтереү», «Баҫыусылыҡ», «Йәшелсәселек», «Умартасылыҡ», «Емеш үҫтереү», «Шәхси ярҙамсы хужалыҡ», «Ландшафтлы дизайн һәм архитектура», «Дарыу үләндәре», «Минең чемпион», «Һирәк һәм аҙ таралған культуралар», «Хеҙмәт берләшмәләре», «Тәбиғәт оҫтаханаһы» кеүек номинациялар буйынса ҡыҙыҡлы, бай һәм тасуири итеп күргәҙмә экспонаттары тәҡдим иттеләр. Конкурс-күргәҙмәлә уҡыусылар экспонаттарҙың һәм тәжрибә эштәренең төрлө варианттарын күрһәттеләр,улар араһында территорияларҙың ландшафтлы дизайн презентацияһы электрон материалда.
Быйыл күргәҙмәлә белем биреү учреждениеларының уҡыу-тәжрибә участкаларында, мәктәп эргәһе территорияларында һәм ярҙамсы хужалыҡтарҙа үҫтерелгән, төрлө формалы, сортлы үҫентеләрҙе фантазияға бай итеп биҙәүҙәре хайран ҡалдырҙы. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге институты-ботаник баҡсаһының ғилми хеҙмәткәрҙәре жюри ағзалары булды.
Иң яҡшы экспонаттар Мәскәүҙә үтәсәк «Йәш натуралист–2013» Бөтә Рәсәй күргәҙмәһенә һайлап алынды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика