Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2013, 18:23

Өфөлә ғилми монографияны презентациялау үткәрелә

27 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты, «Рәсәйҙә мәғрифәтселек: сығанаҡтар, традициялар, хәҙерге заман» Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә, «Башҡортостанда социаль-демографик процестар» темаһына «түңәрәк өҫтәл» үткәрә.
«Түңәрәк өҫтәл»дә БР Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты тарафынан әҙерләнгән «Башҡортостан Республикаһының демографик потенциалы: торошо һәм үҫеш тенденциялары» фәнни монографияһын презентациялау үткәрелә, Китапта тыуым, үлем, миграция, ғаилә һәм никах өлкәләрендә республиканың демографик үҫешенең төп йүнәлештәрен сағылдырған үҙенсәлекле социологик һәм статистик мәғлүмәттәр бирелгән.
«Түңәрәк өҫтәл» эшендә республиканың уҡыу һәм ғилми учреждениелары вәкилдәре ҡатнашасаҡ, тип хәбәр итте институт директорының фән буйынса урынбаҫары Гөлдәр Хилажева.
Сара 11.00 сәғәттә башлана. Өфө ҡалаһы, Киров урамы,15 (103-сө бүлмә) адресы буйынса үткәрелә.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: