09:55 (UTC+5), 25 Сентября 2013

Өфө ҡала Советы журналистар араһында конкурс иғлан итә

Арина Рәхимҡолова
Өфө ҡала Советы Советтың 2013 — 2014 йылдарҙағы эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға журналистар конкурсы үткәрә. Ҡаланың депутаттар корпусы бөгөн үҙенең XXII ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итте.
Конкурс ҡала Советы эшмәкәрлегенең асыҡлығын күтәреү һәм Өфө биләмәһендәге урындағы үҙидара органдарының эшен даими яҡтыртыусы журналистарҙы дәртләндереү маҡсатында үткәрелә.
Ҡатнашыу өсөн 2013 йылдың 1 октябренән 2014 йылдың 30 сентябренә тиклемге осорҙа ваҡытлы матбуғат баҫмаларында, киң мәғлүмәт сараларының рәсми сайттарында баҫылған, йә булмаһа телеэфирҙа, радиоэфирҙа сыҡҡан эштәр ҡабул ителәсәк.
Конкурс дүрт номинация буйынса үтәсәк: «Матбуғат һүҙе» — ваҡытлы матбуғат баҫмалары өсөн, «Интернет донъяһы» —интернет-киң мәғлүмәт саралары, «Ҡала объективта» — телекомпаниялар һәм мәғлүмәт агентлыҡтары, «Өфө тауышы» — радиотапшырыуҙар алып барыусылар өсөн.
Ҡатнашыусылар конкурсҡа 5 – 50 эш тәҡдим итә ала. Һәр номинацияла өс призлы урын билдәләнәсәк. Һәр номинацияла еңеүсе диплом һәм 50 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ. Икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн аҡсалата бүләктәр 30 һәм 15 мең һум тәшкил итәсәк. Конкурсҡа эштәр ҡабул итә башлау тураһында өҫтәмә рәүештә иғлан ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика