07:57 (UTC+5), 25 Сентября 2013

Әбйәлилдә 16 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты

Арина Рәхимҡолова
Әбйәлил районы хакимиәтендә «2013 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы йәш ғаиләләргә торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) сертификаттар тапшырылды.
Тантаналы сараны асып, Әбйәлил районының мәғлүмәт-коммуникация үҙәге директоры Ғәлим Дәминдәров, был Программа буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж агросәнәғәт комплексы һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт өлкәләре хеҙмәткәрҙәре социаль түләүҙәр ала, тип билдәләне. 2003 йылда Программаны ҡабул иткән көндән алып районда 56 агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәре һәм 53 социаль өлкә хеҙмәткәре үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Сертификат алыусыларҙы район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов та ҡотланы һәм уларға бәхетле ғаилә тормошо, именлек теләне. Федераль маҡсатлы программа 2020 йылға тиклем оҙайтылды һәм ул 2014 йылдан «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» тип аталасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика