06:53 (UTC+5), 24 Сентябрь 2013

Силәбе өлкәһендә ауылдаштар осрашты

Арина Рәхимҡолова
Сығышы менән Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Илтендән ауылы башҡорттары осрашты. Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының даими вәкиләтенең матбуғат-сәркәтибе Михаил Хәбиров һөйләүенсә, байрамда дуҫтарса йылы мөнәсәбәт һиҙелеп торҙо. Осрашыуҙы ойошторорға ауыл хакимиәте, район Советы депутаты Тәнзиә Йәнбаева, Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы депутаты Дмитрий Мешков ярҙам күрһәтте. Ә осрашыу инициаторы булып Илтендәндә тыуып үҫкән Флүрә Абдуллина торҙо. Дружный ҡасабаһы Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре концерт ҡуйҙы, программала башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙары яңғыраны.
Ҡасандар ауыл тормошо ҡайнап торған был урында бөгөн туғай һәм яландар. Башҡорт ауылы Исток, икенселәй әйткәндә Илтендән, күл буйында урынлашҡан булған. Эргәлә генә балыҡсылыҡ сәнәғәте һәм «Дружный» совхозының малсылыҡ фермаһы урынлашҡан булған. Истоктыҡылар балыҡсылыҡ, малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән.
Элек бында йәшәгән өлкәндәрҙең һөйләүе буйынса, тормош гөрләп торған. 1960-сы йылдарҙа сәнәғәт булмауҙан ваҡ ауылдар бөтә башлай. Йәштәр эш эҙләп ҙурыраҡ ауылдарға күсеп китә. Был ауыл да шундай яҙмышҡа дусар була. 1967 йылда 20 йорт-хужалыҡ юҡҡа сыға. Иң һуңғы булып Хөснуллиндар ғаиләһе ауылдан күсеп китә. Бөгөн атай-олатайҙары торған ерҙе ҡарарға балалары ғына түгел, ейәндәре лә ҡайтып, тыуған ер тупрағын алып китә. Теге ваҡыттағы ҡыҙҙар һәм малайҙар хәҙер инде өлкән йәштәге кешеләр, бала саҡтарын хәтерләгәндә шатлыҡлы күҙ йәштәрен йәшермәне. Байрамға ҡайтҡан һәр кешенең күңелен тыуған йортҡа булған һөйөү тойғолары биләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика