09:52 (UTC+5), 20 Сентября 2013

Төбәктә Ололар көнөндә пенсионерҙарға һәм ветерандарға айырыуса ҙур иғтибар бүленәсәк

«Башинформ»
Халыҡ-ара ололар көнө, 1 октябрь, Башҡортостанда «көнкүрештә тиҙ ярҙам күрһәтеү (торлаҡты ремонтлау, уны ҡышҡылыҡҡа әҙерләү, уңыш йыйыу, утын әҙерләү), мохтаж булған оло йәштәге граждандарға матди ярҙам күрһәтеү, ташламалар нигеҙендә көнүреш хеҙмәттәрен күрһәтеү маҡсатында айлыҡтар, декадниктар, аҙналыҡтарға» нигеҙ һалырға тейеш. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте. Вице-премьер хакимиәт башлыҡтарына һәм республиканың бюджет ойошмалары етәкселәренә Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған сараларҙы әүҙем күтәреп алыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Лилиә Ғүмәрова ҡул ҡуйған хатта билдәләнеүенсә, был көн байрамға формаль ҡараштан алыҫ торорға тейеш.
– Оло йәштәгеләр ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ. Үҙҙәренең тормошонда улар ғәйәт ҙур эштәр башҡарған: Бөйөк Ватан һуғышында еңеү, балаларҙың һәм Ватаныбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеү. Киләһе быуындар өсөн улар ныҡлыҡ, батырлыҡ, хәрби һәм хеҙмәт дуҫлығы өлгөһө булды һәм булып ҡаласаҡ, - тип иҫәпләй вице-премьер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика