12:08 (UTC+5), 20 Сентября 2013

Башҡортостанда тәбиғәт ҡомартҡылары тикшерелә

Галина Бахшиева
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль идаралыҡтары һәм комитеттары хеҙмәткәрҙәре тәбиғәт ҡомартҡыларын тикшерә.
— Бындай эш Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларына инвентаризация үткәреүгә әҙерлек сиктәрендә башҡарыла, - тип аңлатты министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова. – Тәбиғәт ҡомартҡыларының торошона баһа биреү, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларының яңыларын ойоштороу өсөн ҡиммәтле тәбиғәт объекттарын асыҡлау, шулай уҡ республиканың айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларының дәүләт кадастры мәғлүмәттәрен яңыртыу тикшеренеүҙәрҙең төп маҡсаттары булып тора.
Уның һүҙҙәренсә, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре тәбиғәт ҡомартҡыларын тикшереүҙе тамамлаған да инде. Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарында йәмғеһе 15 тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәпләнә.
Шулай итеп, Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылы янындағы 170 йыллыҡ ҡарағас айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөнгө көндә ул Урал аръяғы далаларында иң ҡарт ағас иҫәпләнә.
— Тәбиғәт ҡомартҡыһының торошо урындағы властың даими иғтибарында тотола, - тип билдәләй БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре. – Бында ҡарағасты һаҡлау буйынса саралар йыш үткәрелә. Быйыл тәбиғәт ҡомартҡыһын уратып алған ҡоймалар яңыртылды, мәғлүмәт стендтары урынлаштырылды, эргә-тирәләге биләмәләр төҙөкләндерелде.
Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, республикала тәбиғәт ҡомартҡыларын тикшереү буйынса эштәр дауа итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика