13:00 (UTC+5), 20 Сентября 2013

Башҡортостан баш ҡалаһында энтузиастар Зураба Церетели ярҙамы менән «төньяҡ амурҙары»на һәйкәл ҡуйырға теләй

Алик Шакиров
Өфөлә алдағы ваҡытта 1812 йылғы Ватан һуғышында Наполеон армияһына ҡаршы көрәшкән башҡорт яугирҙарына арналған һәйкәл асылыуы ихтимал. Бындай һәйкәл ҡуйыу башланғысы менән «Төньяҡ амурҙары» тарихи клубы ағзалары Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иткән.
«Башҡортостан» гәзитенең бөгөнгө һанында идея авторы, «Төньяҡ амурҙары» тарихи клубы ағзаһы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Илдар Юлбарисов хәбәр итеүенсә, республика етәксеһе проект менән ҡыҙыҡһыныуын белдергән. Проект авторы һүҙҙәренсә, «Өфөлә бындай һәйкәлдең әлегә ҡәҙәр булмауы өсөн оят. Ә бит 1812 йыл яугир башҡорттар өсөн шаҡтай данлыҡлы осор булған. Тарихыбыҙҙы онотмайыҡ, йәштәр шанлы үткәндәрҙе белергә, ғорурланырға тейеш».
Илдар Юлбарисов һөйләүенсә, буласаҡ һәйкәлдең проекты әҙер. Уны ул триумф аркаһы итеп күҙаллай. Проект авторы һүҙҙәренсә, ҡыйыу яугирҙәрҙе сағылдырыу өсөн был форма донъяның күп илдәрендә ҡулланыла. Мәғәнә яғынан да унда күпте күрһәтергә, аңлатырға була. Хатта һуғыштың ниндәйҙер эпизодтарын, кешеләрҙе сағылдырырға мөмкин.
Өфөлә ҡуйыласаҡ «Еңеү ҡапҡаһы» ҙур һәм ҡеүәтле булып күҙаллана. Әгәр килеп сыҡһа, хатта уның өҫтөнә менеп тирә-яҡты күҙәтерлек майҙан да эшләнеүе ихтимал. Монументты баш ҡаланың элекке үҙәгенә, кеше күп йөрөгән күркәм урынына ҡуйыу уңышлы булыр ине.
Ҙур проектты тормошҡа ашырыу өсөн Илдар Юлбарисов исеме донъяға билдәле скульптор Зураб Церетели менән бәйләнешкә ингән.
— Зураб Церетелиға был фекерҙе әйткәс, ул риза булып ҡына ҡалманы, Өфө халҡына тағы бер һәйкәл бүләк итергә теләүен дә әйтте. Ул беҙҙең яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевты хөрмәт итә һәм уның һәйкәлен эшләргә теләй икән. Бөйөк скульптор оҙаҡламай Өфөгә килеп, етәкселек менән осрашырға йыйына. Шул һөйләшеүҙәрҙән һуң эш башланыр тип уйлайым, - ти Илдар Юлбарисов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика