10:56 (UTC+5), 19 Сентябрь 2013

Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы Башҡортостанда ташҡын буйынса ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса эштәргә юғары баһа бирҙе

Эльвира Латипова
Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы 2013 йылдың авгусында Башҡортостандың Белорет һәм Әбйәлил райондарында ташҡын буйынса ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса үткәрелгән эштәргә юғары баһа бирҙе.
— Республикала ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса башҡарылған эштәргә юғары баһа бирҙек, - тине Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше министры урынбаҫары Сергей Дарькин кесе йома, 19 сентябрҙә, БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев хәбәр итеүенсә, торлаҡ фондында бөгөнгө көнгә авария-тергеҙеү эштәре тамамланған, инфраструктура объекттарында эштәр октябрь башында тамамланасаҡ.
— Бөгөнгө көнгә автомобиль юлдарының 400 участкаһында ремонт үткәрелгән, 10 километр юлдың ситтәре нығытылған, өс күпер ремонтланған, йылылыҡ ҡоҙоҡтарын һәм трассаларын таҙартыу буйынса эштәр башҡарылған, - тине Марат Мәһәҙиев.
Уның һүҙҙәренсә, республика ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн федераль бюджеттан 857 миллион һум аҡса һорай.
Ике райондың да ташҡындан зыян күргән кешеләре финанс ярҙамын тулы күләмдә алған:
— Граждандарға финанс ярҙамы күрһәтеүгә Башҡортостан бюджетынан - 17 миллион һумдан ашыу, федераль бюджеттан 40 миллион 530 мең һумдан ашыу аҡса бүленде, - тип хәбәр итте вице-премьер. – Барлыҡ средстволар зыян күреүселәргә билдәләнгән ваҡыт эсендә тапшырылды.
Урал аръяғында яуған ҡойма ямғырҙар арҡаһында 43 ауыл, 1127 йорт алды участкаһы, 35 күп фатиры йорт, 13 коммуналь инфраструктура объекты, 2 һаулыҡ һаҡлау объекты, 5 белем биреү учреждениеһы, шулай уҡ күперҙәр һәм автомобиль юлдары зыян күрҙе. Халыҡты эвакуациялау ваҡытында ойошторолдо, һәләк булыусылар юҡ.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика