Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2013, 13:24
Баш ҡалала «Кувшиндар тотҡан ҡыҙ» фонтаны эшләй башланы
Өфөнөң Дим районында, Правда урамындағы аллеяла «Кувшиндар тотҡан ҡыҙ» фонтаны асылды. Фонтан диаметры – дүрт метр, унда 24 форсунка һәм 4 плафон бар, улар киске ваҡытта һыуҙы яҡтыртып торасаҡ.
Бөгөнгө көндә аллеяла төҙөкләндереү буйынса башҡа эштәр ҙә башҡарыла. Тротуарҙарҙа плитка түшәлгән, япмалы эскәмйәләр урынлаштырылған, аллеяға инеү урыны таш вазалар менән биҙәлгән, автомобилдәр ҡуйыу урындарына асфальт түшәлгән. Шулай уҡ әкиәт һәм йәнһүрәт геройҙарының бәләкәй скульптураларын урынлаштырыу буйынса эштәр алып барыла, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Аллеяны асыу тантанаһы алдағы аҙнаға планлаштырылған.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
ҡала мөхите
төҙөкләндереү
фонтандар
Читайте нас: