15:35 (UTC+5), 16 Сентябрь 2013

Республика студенттары һәм аспиранттары РФ Президенты һәм Хөкүмәте стипендияларына лайыҡ булды

Эльмира Сабирова
Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары Рәсәй иҡтисадын яңыртыу һәм технологик яҡтан үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса РФ Президенты һәм Хөкүмәте стипендияларына лайыҡ булды. Стипендиаттарҙың күпселеге Өфө дәүләт авиация техник университетында белем ала. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Президент стипендияһын - 10 студент һәм өс аспирант, Хөкүмәт стипендияһын 27 студент һәм алты аспирант аласаҡ.
Шулай уҡ алда әйтеп кителгән стипендияларға Башҡорт дәүләт университетынан ете кеше лайыҡ булды.
БДУ-ның матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, РФ Президенты стипендияһын - физика-техник институты аспиранты Андрей Екомасов, РФ Хөкүмәте стипендияһын БДУ аспиранты Юрий Замула аласаҡ.
Стипендиаттар исемлегендә Башҡорт дәүләт университеты студенттары ла бар. РФ Президенты стипендияһына – Эшҡыуарлыҡ идаралығы һәм хәүефһеҙлеге институтының бишенсе курс студенттары Сергей Казанцев һәм Әлфиә Саяпова, РФ Хөкүмәте стипендияһына шулай уҡ Эшҡыуарлыҡ идаралығы һәм хәүефһеҙлеге институтының бишенсе курс студенттары Мария Байгулова һәм Мария Теребеева, математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетының бишенсе курс студенты Илдар Кәлимуллин лайыҡ булды.
Рәсәй кимәлендәге стипендияларҙы шулай уҡ М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Константин Ғәлиәхмәтов һәм Далида Гатаулова, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты аспиранты Искәндәр Жалбеков һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранттары Анна Баландина һәм Лиана Миңлебаева аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика