11:22 (UTC+5), 13 Сентября 2013

Рөстәм Хәмитов: «Берҙәм Рәсәй» партияһының һайлауҙа еңеүе – тәбиғи хәл»

Ғәлиә Нәбиева
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов йома, 13 сентябрҙә, «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында сығыш яһаны.
— «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе сираттағы сәйәси имтиханды уңышлы тапшырҙы, - тип билдәләне Рөтәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлауға йомғаҡ яһап. – Һайлаусыларҙың 76 проценты партия өсөн тауыш бирҙе, йәғни партия бер миллион 215 мең тауыш йыйҙы.
Пропорциональ система һәм мажоритар округтар буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа партия 88 мандат алды. Был бөтә депутат мандаттарының 80 процентына тиң.
Рөстәм Хәмитов партия ағзаларына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
— «Берҙәм Рәсәй» тағы ла бер тапҡыр милли берҙәмлек партияһы статусын раҫланы, - тине республика етәксеһе. – Бөгөнгө көндә партя сафында ижади, ғилми интеллигенция вәкилдәре, эшҡыуарҙар, ауыл хеҙмәтсәндәре, эшселәр, табиптар, уҡытыусылар, ветерандар, йәштәр бар.
Башҡортостан Президенты илдең башҡа төбәктәрендә үткән һайлау һөҙөмтәләренә анализ яһаны. Уларҙа ла партияның абруйы арта бара. Төбәк парламенттарына депутаттар һайлауҙа Рәсәйҙең барлыҡ 16 субъектында «Берҙәм Рәсәй» ышаныслы еңеү яулаған. Берҙәм рәсәйлеләр йыйған тауыштар һаны буйынса Башҡортостан илдең тәүге өс төбәге иҫәбенә инде.
— Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа беҙҙең партияның еңеүе – тәбиғи хәл, - тине Рөстәм Хәмитов.
Президент билдәләүенсә, БР Дәүләт Йыйылышының яңы составында йәш депутаттар һаны күбәйгән.
— Ҡайтанан һайланған депутаттарҙың һәр береһе дәүләт эшмәкәрлеге, производство, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм башҡа өлкәләрҙә иңдәренә һалынған бурыстарҙы яуаплы хәл итә алыуын иҫбатланы. Бындай абруй һайлау алды кампанияһы барышында түгел, ә күп йыллыҡ көсөргәнешле хеҙмәт менән яуланған. Шуға күрә беҙҙең һайлаусылар уларға ышаныс белдерҙе лә инде, - тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика