07:40 (UTC+5), 13 Сентября 2013

Иглин районының йәш гвардиясылары алкоголгә ҡаршы рейд үткәрҙе

Людмила Терновая
Иглин районының Үктәй ауылында «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» активистары киске сәғәт 11-ҙән һуң алкоголле эсемлектәр һатыу ораҡтарын асыҡлау буйынса рейд уҙғарҙы. Акция «Агенттар» федераль проекты сиктәрендә үтте, тип хәбәр итә ER.RU.
Бығаса әлеге ауыл магазиндары буйлап «Айыҡ ауыл» проектында ҡатнашыусылар рейд үткәргәйне. Уның һөҙөмтәһендә төнгө ваҡытта алкоголле эсемлектәр һатыу осраҡтары асыҡланды. Хәрәкәттә ҡатнашыусылар һатыусылар менән аңлатыу эштәрен үткәрҙе һәм был магазиндар эргәһендә асфальтҡа «Йәмғиәт кәмселектәренә ЮҠ тип әйт» тигән һүҙҙәр яҙҙы.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, йәш гвардиясылар был эштең һөҙөмтәлелеген тикшерҙе. Активист Илһам Имаев һүҙҙәренсә, профилактик әңгәмәләр ыңғай һөҙөмтә биргән.
— Беҙҙең агент «Айыҡ ауыл» проекты вәкилдәре менән бергә райондың бер нисә магазинында һәм төнгө сәғәттәрҙә эшләгән кибетендә һыра һатып алырға тырышты. Асыҡланыуынса, алда уҙғарылған әңгәмәләр бушҡа булмаған, киске сәғәт 11-ҙән һуң бер магазинда ла беҙгә алкоголле эсемлектәр һатманылар, - тип билдәләне «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» активисы Илһам Имаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика