10:38 (UTC+5), 13 Сентября 2013

Башҡортостанда 2013 йылдың иң яҡшы урман ҡырҡыусыһы билдәләнәсәк

Галина Бахшиева
Әбйәлил районында 17 сентябрҙә Башҡортостандың иң яҡшы урман ҡырҡыусыһы исеменә республика смотр-конкурсы үтә.
– Республика урман ҡырҡыусылары конкурсын 2008 йылдан башлап алтынсы тапҡыр үткәрәбеҙ, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының Милек, техник үҫеш һәм хеҙмәтте һаҡлау идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Альберт Бохаров. – Был өлкәләге яңы технологиялар менән таныштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, производствола имгәнеүҙәр һанын кәметеү бәйгенең төп маҡсаттары булып тора.
Йола буйынса, республика бәйгеһе алдынан төбәктә зона ярыштары үткәрелде, уларҙа Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы 25 дәүләт унитар предприятие ҡатнашты. Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса һигеҙ команда финалға сыҡты. Һәр береһендә икешәр ҡатнашыусы – урман ҡырҡыусы һәм уның ярҙамсыһы.
2013 йылдың иң яҡшы урман ҡырҡыусыһы исеме өсөн «Ҡариҙел урманы», «Тәтешле урманы», «Нуриман урманы», «Илеш урманы», «Бәләбәй урманы», «Бөрйән урманы», «Ишембай урманы» һәм «Ейәнсура урманы» дәүләт унитар предприятиелары вәкилдәре көс һынашасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика