Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2013, 12:02
БР Үҙәк һайлау комиссияһы журналистар араһында конкурс үткәрә
Төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы киң мәғлүмәт сараларында БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау буйынса кампанияларға әҙерлек сараларын һәм уларҙы үткәреүҙе иң яҡшы яҡтыртыуға материалдар ҡабул итеүҙе дауам итә. Шулай уҡ республикала 2013 йылда урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауҙы яҡтыртыу буйынса ижади эштәргә баһа биреләсәк.
Конкурста айырым авторҙар йәки киң мәғлүмәт саралары коллективтары ҡатнаша ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика конкурсы 2013 йылдың 1 июненән 21 сентябренә тиклем үткәрелә. Конкурс положениеһы һәм шарттары БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған. Бәйгегә йомғаҡ ағымдағы йылдың 1 октябренә тиклем яһаласаҡ.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
бр үҙәк һайлау комиссияһы
конкурстар
Читайте нас: