Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2013, 12:04

Төбәктең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Бүздәк районында граждандарҙы ҡабул итәсәк

Бүздәк районында 13 сентябрҙә Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова граждандарҙы ҡабул итәсәк.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа балалы ғаиләләргә һәм аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү, инвалидтарҙы техник реабилитациялау саралары менән тәьмин итеү мәсьәләләре, халыҡ мәшғүллеге һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәре тикшереләсәк.
Бер юлы граждандарҙы Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов ҡабул итәсәк.
Граждандарҙы күсмә ҡабул итеү Бүздәк ауылы, Ленин урамы, 4 адресы буйынса район хакимиәте бинаһында үтәсәк.
Башлана – 11.00 сәғәттә.
Алдан яҙылыу өсөн телефон: (34773) 3-04-04.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас