07:21 (UTC+5), 11 Сентября 2013

Башҡортостан делегацияһы Бишкәктә Рәсәйҙең Ҡырғыҙстандағы илсеһе Андрей Крутько менән осрашты

«Башинформ»
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Бишкәктә Рәсәйҙең Ҡырғыҙстандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Андрей Крутько менән осрашты, тип хәбәр иттеләр «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән.
Республика делегацияһы Ҡырғыҙстан баш ҡалаһына Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сараларында ҡатнашыу өсөн килде.
Салауат Сәғитов Рәсәй дипломатын республикала 2015 йылда үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммитарына әҙерлек сиктәрендә үткәрелгән саралар комплексы менән таныштырҙы. Андрей Крутько Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә алып барылған был эшмәкәрлеккә ыңғай баһа бирҙе.
Осрашыуҙа ике яҡлы сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт һәм ғилми бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса эш комиссияларын булдырыу мөмкинлектәрен баһалау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү өсөн яңыраҡ булдырылған «Башҡортостан - Ҡырғыҙстан» сауҙа йортоноң мөмкинлектәрен файҙаланыу мөһим.
Республика делегацияһы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы бизнес-форумында, ойошманың Йәштәр советы ултырышында һәм башҡа сараларҙа ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика