09:57 (UTC+5), 09 Сентября 2013

Республика парламентында тәүгә алты партия вәкилдәре эшләйәсәк

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарихында тәүгә һайлау йомғаҡтары буйынса унда алты партия вәкилдәре эшләйәсәк: «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, «Рәсәй патриоттары», «Йәшелдәр альянсы – Халыҡ партияһы», «Социаль теләктәшлек партияһы» берҙәм округ буйынса партия исемлектәре һәм бер мандатлы округтар буйынса исемлектәр составында еңеп сыҡты. Был хаҡта дүшәмбе, 9 сентябрҙә, һайлауҙарҙың яҡынса йомғаҡтарына арналған брифингта БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев хәбәр итте.
Берҙәм республика округы буйынса ете процентлыҡ сикте ике сәйәси партияның төбәк бүлексәләре үтте. Улар - «Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ. Был һайлау берләшмәләре 55 депутат мандатын үҙ-ара бүлешәсәк.
Бер мандатлы округтар буйынса берҙәм рәсәйлеләр 55 округтың 39-ында еңеп сыҡты. КПРФ-тан кандидаттар мандаттарҙы – дүрт округта, ЛДПР вәкилдәре – өс округта аласаҡ. Шулай уҡ өс округта өс йәш партия - Рәсәй патриоттары», «Йәшелдәр альянсы – Халыҡ партияһы», «Социаль теләктәшлек партияһы» вәкилдәре еңеп сыҡты.
Алты округта үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүсе кандидаттар еңде.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика