05:03 (UTC+5), 06 Сентября 2013

Республикала «Минең яратҡан уҡытыусым» конкурсы иғлан ителде

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда «Минең яратҡан уҡытыусым» конкурсы старт алды. Бәйгене ойоштороусылар булып БР Мәғариф министрлығы, республиканың алдынғы баҫмалары, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡортостандың мәғлүмәт-мәғариф порталы сығыш яһай.
БДПУ-ның матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа тәҡдим ителгән эштә уҡытыусының фотоһүрәте һәм уның турала инша, хикәйә йәки шиғыр булырға тейеш. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге сайтында теркәлергә һәм ижади эште «Галерея» бүлегендә («Минең яратҡан уҡытыусым» фотоальбомында) урынлаштырырға кәрәк.
Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнәсәк: «Минең беренсе уҡытыусым», «Йөҙөндә - ихлас йылмайыу», «Үҙенсәлекле ҡараш» (иң оригиналь фотоһүрәт), «Бер тулҡында» (уҡытыусы һәм уҡыусы), «Танылыу» (төрлө уҡыусылар тарафынан ебәрелгән уҡытыусы фотоһүрәте), «Мәктәптә һәм өйҙә яратҡан уҡытыусы», «Булмышы - тәрбиәсе».
Бәйгелә мәктәп уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнаша ала. Конкурс 1 октябргә тиклем дауам итәсәк. Тәҡдим ителгән эштәргә махсус комиссия баһа бирә. 1-5 октябрҙә бәйгегә йомғаҡ яһау планлаштырыла. Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы Уҡытыусылар көнөнә ҡарата үткәреләсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт конкурс сайтында урынлаштырылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика