04:55 (UTC+5), 05 Сентября 2013

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасыларының һорауҙарына яуап бирҙе

Сергей Захаров, Эльмира Сабирова
Шаршамбы, 4 сентябрҙә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында тура эфир үтте.
«Телеүҙәк» тапшырыуы сиктәрендә төбәк башлығы журналистарҙың һәм республика халҡының социаль өлкә, торлаҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, пенсия, пособиелар, балалар баҡсалары, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе.
Республика етәксеһе социаль өлкә мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлде.
— Үҙ өҫтөбөҙгә алған барлыҡ социаль бурыстарҙы үтәйбеҙ һәм артабан уларҙы үҫтерәсәкбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, уҡытыусыларҙың эш хаҡы бөгөн республика буйынса уртаса хеҙмәт хаҡына ҡарата 106,5 процент тәшкил итә.
— Рәсәйҙә 100 процент сикте үткән төбәктәр күп түгел, һәм улар араһында беҙ ҙә бар, - тине Рөстәм Хәмитов.
Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың ғына түгел, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең дә эш хаҡы кимәле күтәрелде.
— Өс йыл элек балалар баҡсаларында эш хаҡы 7,5 мең һум тәшкил итһә, әлеге ваҡытта ул 16-17 меңгә яҡыная, - тип белдерҙе Президент. – Хеҙмәт хаҡы дауаханаларҙа ла, социаль һәм бюджет учреждениеларында ла арттырыла. Әлбиттә, был структураларҙың үҙҙәренән дә һөҙөмтәләр көтәбеҙ. Мәктәптәрҙе тамамлаған балаларҙың тейешенсә әҙерлекле булыуы, балалар баҡсаларында йылы, изгелекле мөхит булдырылыуы мөһим.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика