07:21 (UTC+5), 05 Сентябрь 2013

Рөстәм Хәмитов: «Һайлау кампанияһы ыңғай юҫыҡта бара икән, тимәк, халыҡ ышаныс белдерә»

Арина Рәхимҡолова
— Эшләргә, тырышырға кәрәк, кире йоғонтоға бирелергә, һәр нәмәне инҡар итергә ярамай. Әгәр һайлау кампанияһы ыңғай юҫыҡта бара икән, тимәк, халыҡ ышаныс белдерә, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шаршамбы, 4 сентябрҙә, БЮТ телеканалында тура эфир барышында.
Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау алдынан республика Президенты парламент эшмәкәрлегенең еңел түгеллеген билдәләне. Пленар ултырыш, ғәҙәттә, тыныс үтә, әммә комиссияларҙа һәм комитеттарҙа ҡыҙыу фекер алышыуҙар, бәхәстәр килеп тыуа.
— Әммә бындай ығы-зығы ситкә сығарылмай, шуға күрә пленар ултырыштарҙа барыһы ла тыныс үтә. Быға ҡарамаҫтан, уларҙа ла фекер алышыуҙар, көсөргәнешле хәлдәр булырға тейеш, - тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Тура конфликттарҙың бер ыңғай яғы ла юҡ, сөнки улар емереүгә, юҡ итеүгә йүнәлтелгән, был дәүләт власы абруйының артыуына килтермәй. Власть халыҡта билдәле бер аҡыллылыҡ, үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, мәҙәнилек менән ассоциациялаша. Әлбиттә, «ҡаршы» тауыш бирергә лә мөмкин, әммә быны аныҡ һәм аңлайышлы итеп дәлилләү зарур.
Республикала аҙағына яҡынлашҡан һайлау алды осоро, Президент һүҙҙәренсә, ваҡиғаларға бай булды.
— Кемдер үҙ маҡсатына өлгәшә алды, кемдер - юҡ. Дөйөм алғанда, минеңсә, был эмоцияларҙы сығарыу осоро булды. Кешеләр үҙҙәрен, ыңғай йәки кире сифаттарын күрһәтергә тырышты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай осраҡтар ҙа була, - тине республика етәксеһе.
Дөйөм алғанда, әлеге һайлау алды кампанияһын Башҡортостан Президенты «ғәҙәти», республикала 2011 йылда үткән кампанияға оҡшаш тип баһаланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика