05:50 (UTC+5), 03 Сентября 2013

Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусын яңыртыуға 350 миллион һумға яҡын аҡса бүленәсәк

Эльмира Сабирова
Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусын яңыртыуға кәм тигәндә 350 миллион һум аҡса бүленәсәк. Яңыртыу эштәре федераль һәм республика бюджеттары, шулай уҡ бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә үткәреләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов дүшәмбе, 2 сентябрҙә, Ишембайҙа журналистар менән аралашыу барышында белдерҙе.
РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һүҙҙәренсә, корпусты үҫтереү буйынса өс йылға иҫәпләнгән программа ҡабул ителәсәк.
— Ағымдағы йыл аҙағынаса физика, химия, лингафон, информатика бүлмәләрен йыһазландырыу буйынса финанслауҙы тәьмин итәсәкбеҙ. Йоҡо һәм уҡытыу бүлмәләренең дә матди базаһын яңыртасаҡбыҙ. Шулай уҡ физкультура-сәләмәтләндереү комплексын төҙөү федераль бюджеттан финансланасаҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы махсус спорт манежын булдырыу буйынса ҡарар ҡабул итте, - тине Михаил Бабич.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле иҫәпләүенсә, кадет корпусында балаларға юғарыраҡ кимәлгә күтәрелергә мөмкинлек биргән тейешле мөхит булдырырға кәрәк. Бының өсөн учреждениеның матди-техник базаһын нығытыу, тейешле көнкүреш шарттарын булдырыу, белем биреү процесын яҡшы кимәлдә ойоштороу мөһим.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, балаларға был өлкәләге иң яҡшы ҡаҙаныштар менән танышыу мөмкинлеге лә биреләсәк. Улар өсөн төрлө экскурсиялар һәм осрашыуҙар үткәреү планлаштырыла. Республика етәксеһе билдәләүенсә, бында белем алыу, хеҙмәт һәм спорт менән шөғөлләнеү, артабан юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн тейешле шарттар булдырыласаҡ. Уртаҡ тырышлыҡтар менән заманса уҡыу йортон булдыра аласаҡбыҙ, тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика