Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2013, 12:36

Республика Президенты Нефтекама халҡын Ҡала көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нефтекамала Ҡала көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты. Ҡала үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Ярты быйуат элек бында Волга-Урал зонаһында иң ҙур булған уникаль Арлан нефть ятҡылығы асылған.
— Был ятҡылыҡтан 500 миллион тонна нефть сығарылған. Бөгөн Рәсәйҙәге бөтә ятҡылыҡтар яҡынса шуның сама уҡ нефть менән тәьмин итә. Ятҡылыҡтың оҙонлоғо – 100 километр, киңлеге 20 километр тәшкил итә. Был ҙур булмаған майҙан 50 йыл эсендә нефть буйынса ҙур һандар күрһәтте, - тине Рөстәм Хәмитов, Мәҙәниәт үҙәге сәхнәһенән сығыш яһап.
Республика башлығы билдәләүенсә, тәүге йылдарҙа ҡала төҙөлөшө темптары бик юғары булған. Төҙөүселәр йыл һайын 40-45 мең квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған. 100 фатирлы йорттар бер нисә ай эсендә төҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта бер юлы производство объекттары, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, мәҙәниәт һәм ял учреждениелары ла төҙөлгән.
— Бөгөнгө көндә Нефтекаманан ҙурыраҡ булған беҙҙең ҡалаларҙа был күләмдә төҙөлөш эштәре алып барылмай, - тип билдәләне Президент. – Нефтекама бөгөн дә Башҡортостан Республикаһында йән башына иҫәптә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләмдәре буйынса лидер булып тора. Былтыр 82 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, быйыл 133 мең кешегә 87 мең квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү планлаштырыла. Был күрһәткес насар түгел.
Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ҡалала аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөн үҫтереү, яңы микрорайондар булдырыу зарур.
Шулай уҡ республика башлығы Нефтекаманың ҙур сәнәғәт мөмкинлектәренә эйә булыуын билдәләне. Эре предприятиелар араһынан төбәк башлығы Нефтекама автозаводын, нефть промыслаһы ҡорамалдары заводын, «Искож» производство берекмәһен билдәләне. Нефтекама машиналар эшләү заводына республика башлығы айырыуса ҙур иғтибар бүлде. Унда Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты менән берлектә насостар етештереү буйынса яңы проект тормошҡа ашырыла.
Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүҙе мөһим йүнәлештәрҙең береһе тип атаны. Ул, сауҙа секторына һәм хеҙмәттәр өлкәһенә йүнәлтелгән бәләкәй бизнестан тыш, беҙгә производство менән шөғөлләнгән эшҡыуарлыҡтың кәрәк булыуын билдәләне.
Социаль өлкәгә килгәндә, төбәк башлығы һаулыҡ һаҡлау системаһына айырым иғтибар бүлде.
— Нефтекаманың һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә ярайһы уҡ күп средстволар йүнәлттек. Яңы ҡорамалдар, гемодиализ лабораторияһы бар, ҡала дауаханаһында ҡан тамырҙары ауырыуҙары бүлеге бар. Медицина учреждениеларын төҙөү йәһәтенән артабан да ярҙам күрһәтеләсәк, сөнки Нефтекама республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең баш ҡалаһы булып тора, - тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡаланы артабан үҫтереү зарур. Яңы мәктәп, балалар баҡсаһын төҙөргә, мәктәп-интернаттың уҡытыу корпусын реконструкцияларға, Үҙәк ҡала дауаханаһының матди базаһын нығытырға кәрәк. Ҡалала ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын, акушерлыҡ бүлеген, бала табыу йортон һәм балалар поликлиникаһын асыу талап ителә.
Президент һүҙҙәренсә, ҡалаға йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн бында тейешле инфраструктура – ял итеү өсөн, күңел асыу һәм спорт сараларына йөрөү өсөн мөмкинлектәр булдырырға кәрәк.
Тантаналы йыйылышта Рөстәм Хәмитов иң яҡшы уҡытыусыларға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, төҙөүселәргә наградалар тапшырҙы. Шулай уҡ Президент «Авалон» тип аталған яңы микрорайонда тәүге шыршы ултыртып, йәштәр аллеяһына нигеҙ һалды.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: