12:38 (UTC+5), 02 Сентября 2013

Баш ҡалала Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы батырҙары мемориалы янында сквер асылды

Розалия Вәлиева
2 сентябрҙә Октябрҙең 50 йыллығы һәм 8 Март урамдары киҫелешендә урынлашҡан Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы батырҙары мемориалы янында сквер асыу тантанаһы үтте.
Скверҙы реконструкциялау буйынса эштәр 2013 йылдың йәйендә башланғайны. Был ваҡыт эсендә иҫке плитка һүтеп алынды һәм брусчатка түшәлде, сәскә түтәлдәре төҙөкләндерелде, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйылды, шулай уҡ йүкә, сирень ағастары ултыртылды. Алдағы ваҡытта бында бушлай Wi-Fi зона ойоштороласаҡ.
— Әлегә скверҙың рәсми исеме юҡ, документтарҙа ул «Йәштәр» скверы тип билдәләнә, - тине Совет районы хакимиәте башлығы Салауат Бәхтийәров. – Скверға исемде һәр өфөлө тәҡдим итә ала, иң уңышлы тип табылғандары тауыш биреү өсөн Өфө хакимиәте сайтында урынлаштырыласаҡ. Ҡалала ял зоналарының күбәйеүе – ҡыуаныслы хәл. Үткән йылда капиталь ремонттан һуң М.В.Нестеров исемендәге сквер асылды, киләһе йылда Йәштәр һарайы артындағы паркты реконструкциялау планлаштырыла, әлеге ваҡытта проект документацияһы әҙерләнә.
Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы батырҙары һәйкәле 1975 йылдың апрелендә асылған. Уның дөйөм бейеклеге 12 метр тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика