05:15 (UTC+5), 30 Августа 2013

Белем көнөнә йәш өфөлөләргә бүләк - «Өфө әлифбаһы» әҙерләнгән

Эльмира Сабирова
Өфөлә рус телендә «Өфө әлифбаһы» («Азбука Уфы») донъя күрҙе. Был Башҡортостанда тәүге бындай проект.
— «Өфө әлифбаһы» өҫтөндә бер йылдан ашыу эшләнек, - тине редактор Ольга Сошникова. – Беҙҙең алда балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы китап сығарыу бурысы торҙо. Был баҫма балалар баҡсаһын тамамлаусыларға һәм беренсе класс уҡыусыларына әлифбаны үҙләштерергә, белем даирәһен киңәйтергә, тыуған яҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Баҫмала һәр хәрефкә ҡала урамдарының, уның иҫтәлекле урындары һәм ҡомартҡыларының исемдәре бирелгән. Китапта шулай уҡ крайҙы өйрәнеү нигеҙҙәре, башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәре урын алған.
— Был уникаль китап. Уға мөмкин тиклем түбәнерәк хаҡ ҡуйырға тырыштыҡ. Өфөләге һәр уҡыусы тәүге «Өфө әлифбаһы»на эйә булыр, тип ышанабыҙ, - тине Ольга Сошникова.
Әлеге ваҡытта авторҙар китапты башҡорт телендә дауам итеү өҫтөндә эшләй.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика