Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2013, 15:44
Архангел халҡы ауылдың 260 йыллығын билдәләргә әҙерләнә
28 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Архангел районының административ үҙәге – Архангел ауылына 260 йыл тулыу айҡанлы тантаналы саралар үтә.
Байрам алдынан районда ауыл тураһында иң яҡшы шиғырға, иншаға, йырға, очеркка бәйге иғлан ителде. Шулай уҡ «Минең тыуған ауылым, яратҡан йәнтөйәгем» фотоконкурсы үткәрелде. Ижади бәйгеләргә йомғаҡ байрамда яһаласаҡ.
Ауылды үҫтереүгә күп көс һалған кешеләр адреслы ҡотлау хаттары менән тәбрикләнәсәк.
Тантаналы саралар сиктәрендә Архангел Михаил сиркәүен ремонтлауға аҡса йыйыу буйынса хәйриә акцияһына яҡынса йомғаҡ яһау планлаштырыла.
Байрам ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр, матур концерт ойоштороласаҡ.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
байрамдар
райондар
Читайте нас: