05:59 (UTC+5), 29 Август 2013

Өфөлә Диснейленд аналогы төҙөләсәк

Эльмира Сабирова
Рәсәйҙә генә түгел, бөтә Европала иң ҙур күңел асыу парктарының береһе оҙаҡламай Өфөлә төҙөләсәк. Франциялағы Диснейленд, Испаниялағы Port Aventura һәм Германиялағы Europa-Park күңел асыу парктарынан бер ҙә ҡалышмаған комплекс М.Ғафури исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашасаҡ. Был хаҡта инвестор вәкиле - «Триколор» компанияһының генераль директоры Михаил Абрамов журналистар менән аралашыу барышында хәбәр итте.
Проектлаусы – Европаның парктар һәм аттракциондар проектлау буйынса иң ҙур компанияларының береһе (Baustudio Architects Associates) – төбәктең бөтә үҙенсәлектәрен, шул иҫәптән климатын иҫәпкә алған, шуға күрә комплекстың йыл әйләнәһенә эшләйәсәк япмалы өлөшө лә ҡаралған.
2013 йылдың декабрендә бында яңы күҙәтеү тәгәрмәсе эшләй башлаясаҡ. Уның бейеклеге – 48 метр (сағыштырыу өсөн: элеккеһенең бейеклеге 20 метр ине). Мәскәү һәм Сочиҙан һуң, был бейеклеге буйынса Рәсәйҙә өсөнсө күҙәтеү тәгәрмәсе буласаҡ. Шаршамбы, 28 августа, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов уға тәүге нигеҙ ташын һалды.
Парк тематик зоналарға бүленәсәк. Йәмғеһе алты зона булдырыу планлаштырыла: башҡорт милли, балалар, ғаилә, экстремаль, мажаралар һәм «Донъя халыҡтары архитектураһы» парктары. Һәр береһендә аттракциондар урынлаштырыласаҡ.
Шулай уҡ комплекста ретро-автомобилдәр музейы, балалар автомобиль юлы, уйын майҙансығы, ҡышҡы баҡса, кинотеатр, ресторандар, йәйге верандалар, яһалма күлдәр, боулинг, лабиринттар урынлашасаҡ. Бынан тыш, ҡыҙыҡлы һыу аттракциондары эшләйәсәк. Паркты 2015 йылдың йәйендә асыу планлаштырыла.
Төҙөлөшкә инвестициялар күләме яҡынса 120 миллион доллар тәшкил итәсәк. Барлыҡ средстволарҙы шәхси инвесторҙар бүлә.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика