07:17 (UTC+5), 29 Августа 2013

Башҡортостанда тыуымдың кәмеүе теркәлгән

Эльвира Латипова
— Тыуымдың кәмеүе хәүеф тыуҙыра: ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында яңы тыуған сабыйҙар һаны 200 кешегә кәмегән, - тине шаршамбы, 28 августа, БР Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Үткән йыл менән сағыштырғанда, үлем кимәле менән бәйле хәл насарыраҡ: үлем осраҡтары 700-гә тиерлек артҡан.
Шул уҡ ваҡытта, Президент һүҙҙәренсә, миграция ағымының артыуы күҙәтелә: һуңғы йылдар эсендә тәүгә республиканан ситкә китеүселәр һаны төбәккә килеүселәр һанынан 1,5 мең кешегә кәмерәк.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡтың тәбиғи һәм миграцион ағымының дөйөм һөҙөмтәләре ғинуар-июнь айҙарында ыңғай булған һәм 2055 кешене тәшкил иткән.
Ярты йыл эсендә республикала 28 125 кеше тыған – 2012 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 0,6 процентҡа кәмерәк. Тыуымдың артыуы Өфө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм 18 муниципаль районда теркәлгән. Үлем осраҡтары ғинуар-июнь айҙарында 2,2 процентҡа артҡан.
Башҡортостанда тыуым кимәле үлемдән 3,2 процентҡа юғарыраҡ (2012 йылдың ғинуар-июнь айҙарында 6,1 процентҡа юғарыраҡ булған). Дөйөм Рәсәй буйынса кире хәл күҙәтелә: үлем кимәле тыуымдан 5,9 процентҡа юғарыраҡ.
Волга буйы федераль округында халыҡтың тәбиғи артыуы биш төбәктә теркәлгән. Беренсе урында – Татарстан (3767 кеше), икенсе урында Башҡортостан (872 кеше) килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика