Беренсе һәм икенсе төрки телле илдәр медиа-форумдарында (улар 2010 йылдың декабрендә Анкарала һәм 2011 йылдың октябрендә Баҡыла үтте) төрки телле илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары профессионалдарының бындай берләшмәһе төрки донъяһында барған ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булыу, тәжрибә һәм фекерҙәр менән уртаҡлашыу, аралашыу өсөн кәрәк булыуы тураһында һөйләшеп килешелгәйне, тип билдәләне Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһының генераль секретары Морат Каракая. Шул уҡ ваҡытта был йәмәғәт ойошмаһында тулы хоҡуҡлы вәкил сифатында төрки телле илдәрҙән булмаған, әммә был илдәрҙә төрки телле төбәктәр, диаспоралар, берләшмәләр һәм киң мәғлүмәт саралары исеменән сығыш яһаған журналистарҙың да булырға тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ошо маҡсатта Баҡыла үткән
икенсе медиа-форумда төрки телле илдәрҙең генә түгел, ә төрлө илдәр составында төрки телле төбәктәр, территориялар, диаспораларҙың журналистарын һәм киң мәғлүмәт сараларын берләштергән Медиа-платформа булдырылды. Шул ваҡытта уҡ икенсе медиа-форумға Рәсәй Федерацияһының төрки телле төбәктәре – Башҡортостан, Татарстан, Саха-Якутия, Тыва, Хакасия, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес вәкилдәре, шулай уҡ Гагаузия (Мордова), Ҡырым-татар мәғлүмәт агентлығы (Украина), Төньяҡ Кипр, Косово, Македония, Төнбяҡ Тракия (Греция) журналистары саҡырылды. Баҡы форумында йәмғеһе 300-гә яҡын делегат һәм ҡунаҡ ҡатнашты. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың
сәләмләү хаты уҡып ишеттерелде.