Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2013, 10:30

Баймаҡта етем балаларға фатирҙарҙан асҡыстар тапшырылды

Баймаҡта ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларға – йәмғеһе 28 кешегә фатирҙарҙан асҡыстар тапшырылды.
Сараны асып, Баймаҡ районы башлығы Илшат Ситдиҡов, етемдәр өсөн бындай йортто файҙаланыуға тапшырыу район һәм шулай уҡ бөтә республика өсөн мөһим ваҡиға булып тора, тип билдәләне. Был властың ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың яҙмышын ҡайғыртыуы хаҡында һөйләй.
Илшат Ситдиҡов хәбәр итеүенсә, «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында»ғы 159-сы Федераль законға ярашлы, районда 63 фатир тапшырылған.
Сарала ҡатнашыусылар алдында урындағы Халыҡ ижады үҙәге артистары сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Автор: Арина Рәхимҡолова
Читайте нас