Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2013, 18:08
Тәлғәт Тажетдин: «ШОС саммиты – ил һәм республика тормошонда мөһим ваҡиға»
— Башҡортостанда рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүә ҙур иғтибар бүленә, республика Президенты трафынан ҙур ярҙам күрһәтелә, - тине Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙең һәм Рәсәйҙең миллионлы ҡалаларының йәш журналистары, блогерҙары һәм фотохәбәрселәренең халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
Юғарфы мөфтөй Ислам диненең радикаль ағымдарына ҡарашын белдерҙе.
— Башҡортостан баш ҡалаһында ШОС саммитын үткәреүҙе хуплайбыҙ. Был ил һәм республика тормошонда ҙур ваҡиға булып тора. Тыныс булығыҙ, беҙҙең республикала ниндәй ҙә булһа экстремизм һәм терроризм күренештәре юҡ, - тип ышандырҙы Тәлғәт Тажетдин. – Радикаль ағымдар тәбиғәткә, Аллаһы Тәғәләгә һәм дини кешеләргә ҡаршы килә. Беҙ үҙебеҙҙең мәсеттәрҙә, ғибәҙәтханаларҙа, уҡыу йорттарында экстремистарҙың йәки радикаль ағым вәкилдәренең үҙ идеяларын таратыуына юл ҡуймайбыҙ.
«Ләлә-Тюльпан» мәсетенә барғандан һуң, форумда ҡатнашыусылар Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды. Шулай уҡ улар өсөн Хәрби Дан музейына экскурсия ойошторолдо.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
форумдар
шос
киң мәғлүмәт саралары
дин
Читайте нас