09:46 (UTC+5), 23 Августа 2013

ШОС илдәренең йәш журналистары Өфөнөң социаль-иҡтисади мөмкинлектәре менән танышты

Арина Рәхимҡолова
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙең һәм Рәсәйҙең миллионлы ҡалаларының йәш журналистары, блогерҙары һәм фотохәбәрселәренең халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларға Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Башҡортостан баш ҡалаһының социаль-иҡтисади мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
Журналистар Өфө мэрына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Атап әйткәндә, улар баш ҡалала йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре, спорт һәм туризмдың үҫеш кимәле хаҡында ҡыҙыҡһынды.
— Бөгөнгө көндә беҙҙең ҡала ШОС саммиттына һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуына әүҙем әҙерләнә. Саралар Өфөлә 2015 йылда үтә. Башҡортостан Республикаһына һеҙҙең визитығыҙ беҙҙең төбәк һәм уның баш ҡалаһы менән танышыу өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Һеҙ тәүгеләрҙән булып саммит үтәсәк ҡала тураһында һөйләй алаһығыҙ. Форум программаһында республикала һәм Өфөлә йәшәгән халыҡтарҙың милли мәҙәниәте, тарихы, йолалары менән танышыу ҡаралған. Шулай уҡ һеҙ ҡаланың сәнәғәт, инновацион мөмкинлектәрен баһалай алаһығыҙ, - тине Ирек Ялалов.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Йәштәр советы рәйесе Таалайбек Дайырбеков башҡорт һәм ҡырғыҙ халыҡтары йолаларының оҡшаш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, баш ҡала вәкилдәренә йылы ҡаршы алғандары өсөн рәхмәт әйтте һәм Өфөләге коллегаларын тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Советтың сентябрҙә үтәсәк ултырышында ҡатнашырға саҡырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө ошо көндәрҙә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан һәм Рәсәйҙең ҙур ҡалаларынан ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. 25 авгусҡа тиклем улар республика менән танышасаҡ.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика