09:14 (UTC+5), 23 Августа 2013

Өфөнөң Дим районында тимер юл аша яңы юл үткәргес асылды

Розалия Вәлиева
Йома, 23 августа, Өфөнөң Дим районында тимер юл аша яңы юл үткәргес асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
— Был күпер Дим биҫтәһендә һәм Өфөлә йәшәгән кешеләр, беҙҙең республикаға килгән ҡунаҡтар өсөн кәрәк. Был эш беҙҙең йәмғиәткә кәрәк, - тине республика башлығы. – Юл үткәргес оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк, Дим районына илткән юлда тығындар булмаясаҡ. Бындай объекттарҙы артабан да төҙөйәсәкбеҙ. Атап әйткәндә, Тимашев юл үткәргесе төҙөлә башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта проектлау эштәре башланды. Көс һәм ресурстар табып, был проектҡа ла сығасаҡбыҙ.
Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Республика башлығы уларҙың эште сифатлы һәм профессиональ кимәлдә башҡарыуын билдәләне.
Киләсәктә башҡарыласаҡ төҙөлөш эштәре тураһында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов Күмертауҙа – юл үткәргес, Өфөлә һәм башҡа төбәктәрҙә күперҙәр төҙөләсәген белдерҙе.
— Ике йыл ярым элек Рөстәм Зәки улы Дим биҫтәһенең транспорт мәсьәләһен хәл итергә ҡушҡайны, - тине Өфө мэры Ирек Ялалов. –Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөш эштәренең бөтә нормативтарына ярашлы заманса юл үткәргестең проекты әҙерләнде. Былтыр юл үткәргестең беренсе сираты асылды. Бөгөн иһә ул файҙаланыуға тапшырылды.
Ирек Ялалов һүҙҙәренсә, бының менән генә Дим районындағы төҙөлөш эштәре сикләнмәй. Киләһе этап сиктәрендә Өфө – Дим трассаһы яңыртыласаҡ.
Шулай уҡ быйыл төҙөүселәр Дим районынан сыҡҡан урындағы юлды яңырта башлаясаҡ. Шунда уҡ федераль бюджет средстволары иҫәбенә юл киңәйтеләсәк. Теүәл бер йылдан бында Дим районынан М5 трассаһына сыҡҡан заманса юл буласаҡ. Киләһе этап сиктәрендә Дим-8 һәм Дим-9 биҫтәләренең транспорт инфраструктураһы яңыртыласаҡ.
— Юл үткәргестең дөйөм хаҡы 1 миллиард 634 миллион һум тәшкил итте, - тип хәбәр итте 30-сы күпер төҙөү отряды начальнигы Павел Рабухин.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика