07:06 (UTC+5), 22 Августа 2013

Учалыла ветерандар өсөн клуб асылды

Арина Рәхимҡолова
21 авуста Учалыла «Ветеран» клубы асылды. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, ҡалаға нигеҙ һалыусылар, пенсионерҙар өсөн был ваҡиға ҙур байрамға әүерелде, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттың мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Клуб бинаһы 1957 йылда, Учалыға ҡала статусы бирелгәнгә тиклем үк төҙөлгән. Тәүге йылдарҙа бинала төрлө учреждениелар урынлашҡан, 2011 йылда ул Ветерандар советына файҙаланыуға тапшырылған. Былтыр район хакимиәте бында капиталь ремонт үткәрергә ҡарар иткән. Был маҡсаттарға муниципаль район бюджетынан ике миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.
— Клубҡа ремонт үткәрергә һүҙ биргәйнем. Һәм бөгөн был яңыртылған йортто һеҙгә тапшырабыҙ. Әммә был, һеҙ башҡарған эштәр менән сағыштырғанда, бик аҙ. Һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, артабан да ярҙам итергә һүҙ бирәбеҙ, - тип мөрәжәғәт итте ветерандарға район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев.
Бинала тулыһынса ҡыйыҡ алмаштырылған, заманса тәҙрәләр ҡуйылған, сантехника йыһаздары яңыртылған, фасад, электр селтәре ремонтланған.
Клубтың беренсе ҡатында - бильярд уйнау өсөн бүлмә, осрашыуҙар һәм төрлө саралар үткәреү өсөн ултырыштар залы, икенсе ҡатында китапхана урынлашҡан.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика