10:08 (UTC+5), 22 Августа 2013

БР Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы һайлаусылар менән «тура бәйләнеш» үткәрәсәк

Мәүлиҙә Яҡупова
27 августа 11.00-12.00 сәғәттәрҙә БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев менән «тура бәйләнеш» үтә. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы 8 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙарға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк.
Асыҡ форматтағы был диалог 8 800 347 5454 күп каналлы линия телефоны буйынса үтәсәк. Әлеге номер «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Мегафон» һәм БР «СОТЕЛ» абоненттары өсөн бушлай. Башҡа кеҫә телефоны операторҙары абоненттары өсөн - 8 (347) 250-25-95, бәйләнеш кеҫә телефоны операторы тарифтары буйынса түләнә.
Һорауҙарҙы алдан 8 (347) 250-67-34 телефоны буйынса бирергә йәки «Тура бәйләнеш» билдәһе менән pressa@cikrb.ru электрон адресына ебәрергә мөмкин.
Һайлаусыларҙың һорауҙарына яуаптар республика гәзиттәрендә баҫыласаҡ, шулай уҡ БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика