Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2013, 18:04
Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге уҡыу йорттарын тамамлаусыларға эш табырға ярҙам итәсәк
22 августа Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә – йәштәр хеҙмәт биржаһында башланғыс, урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар өсөн «Минең тәүге эш урыным» тип аталған вакансиялар йәрминкәһе үтә, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матубғат хеҙмәтенән.
Йәрминкәлә йәштәр, шул иҫәптән эш тәжрибәһе булмаған ҡыҙҙар һәм егеттәр араһынан кадрҙар һайлап алырға теләгән эш тәҡдим итеүселәр ҡатнашасаҡ.
Бынан тыш, сарала Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге белгестәре йәштәргә резюме төҙөргә ярҙам итәсәк, һөнәри йүнәлеш буйынса һорауҙарға яуап бирәсәк. Теләүселәр компьютерҙа төрлө тестар үтеп, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.
Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса 15.00-17.00 сәғәттәрҙә үтә. Барлыҡ хеҙәттәр бушлай күрһәтелә.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
вакансиялар йәрминкәһе
халыҡ мәшғүллеге
Читайте нас