06:24 (UTC+5), 21 Август 2013

БДМУ белгестәре район дауаханаларында эшләгән хирургтар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштора

Людмила Терновая
Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры, дөйөм хирургия кафедраһы мөдире, профессор Мәжит Нартайлаков республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында эшләгән табиптар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәренең осрашыуы Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында үтте.
— Урындарҙа ойошторолған оҫталыҡ дәрестәре ярҙамында райондарҙа эшләгән табиптар ауыр операцияларҙы хәҙер үҙ аллы үткәрә ала, пациенттарға бының өсөн баш ҡалаға килергә кәрәкмәй, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мәжит Нартайлаков.
Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бындай уҡыуҙар уларҙың квалификацияһын күтәреү ихтыяжынан сығып ойошторола. Әлеге ваҡытта Дыуан районының Мәсәғүт ауылында яңы корпус асылырға тора, унда травматология һәм перинаталь үҙәктәр, ҡан тамырҙары бүлеге урынлашасаҡ. Үҙәк заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.
— Яңы корпус асылғандан һуң, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы медицина университетының клиник базаһына әйләнәсәк, - тип билдәләне БДМУ ректоры Валентин Павлов. – Был төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондарында эшләгән табиптар өсөн оҫталыҡ дәрестәрен йышыраҡ үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика