11:45 (UTC+5), 20 Августа 2013

Өфө йәштәре делегацияһы Төркиәгә барасаҡ

Арина Рәхимҡолова
Өфөнән йәштәр делегацияһы Төркиәгә барырға планлаштыра. MULTI халыҡ-ара программаһы сиктәрендә өфөлөләр визит менән Мерсин ҡалаһына барасаҡ.
Өфө хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 10 көн эсендә MULTI программаһында ҡатнашыусылар Мерсин ҡалаһының ғына түгел, шулай уҡ Тарсус-чай йылғаһы буйында урынлашҡан Тарсус ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ. Бынан тыш, улар өсөн түңәрәк өҫтәлдәр һәм Германия, Ҡытай, Япония, Чили Республикаһынан килгән делегациялар менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ.
Был программа Өфөлә 2009 йылдан башлап тормошҡа ашырыла һәм биш ил вәкилдәрен берләштерә. Улар – Рәсәй, Төркиә, Германия, Япония һәм Ҡытай. Программа йәштәргә сит илдәрҙән килгән тиҫтерҙәрен өйҙәрендә ҡабул итеп, аҙаҡ үҙҙәрендә ҡунаҡ булған кешеләргә барыу мөмкинлеген бирә. Бындай программа ярҙамында йәштәр сит илдәрҙең тарихы, мәҙәниәте, йолалары, көнкүреше менән таныша, белем даирәһен киңәйтә.
Бынан тәш, төрлө ил вәкилдәре бөгөн йәштәрҙе борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алыша, үҫеп килгән быуынды тәбиәләү буйынса төрлө программалар менән таныша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика