Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2013, 11:40

Өфө уҡытыусыларының август кәңәшмәһе яңы форматта үтәсәк

Өфөлә 21 августа Дәүләт академия рус драма театрында баш ҡаланың белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтә. Уҡытыусылар кәңәшмәһенең төп темаһы – заманса социаль-иҡтисади шарттарҙа ҡаланың мәғариф системаһы менән идара итеүҙең инновацион механизмдары.
Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмә яңы форматта үтәсәк. Унда 15 мәғлүмәт майҙансығы эшләйәсәк. Пленар ултырышта тармаҡ мәсьәләләренә һәм заманса идара итеү алымдарына арналған докладтар уҡып ишеттереләсәк. Фекер алышыу майҙансыҡтары форматында төп, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү мәсьәләләре тикшереләсәк.
Сара 9.00 сәғәттә башлана.
Автор: Ольга Мортазина
Теги: мәғариф
Читайте нас