10:00 (UTC+5), 15 Августа 2013

Төбәктә Волга буйы федераль округының тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары матбуғат хеҙмәттәренең I съезы үтәсәк

Галина Бахшиева
Өфөлә 21 һәм 22 августа Волга буйы федераль округындағы тәбиғәтте һаҡлау ведомстволарының матбуғат хеҙмәттәре вәкилдәренең беренсе съезы үтә.
Округтағы тәбиғәтте һаҡлау ведомстволарының матбуғат хеҙмәттәре вәкилдәренән тыш, сарала федераль һәм республика баҫмалары журналистары, экология журналистикаһы өлкәһендәге эксперттар ҡатнашасаҡ.
— Съезд Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының төп сараларының береһе булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова. – Ул дәүләт власы органдарының киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара килешеп эш итеүе өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ был йүнәлештәге эшмәкәрлекте камиллаштырыу буйынса бергәләп тәҡдимдәр әҙерләү сараның төп маҡсаттарының береһе булып тора.
Съезд программаһында тәбиғәтте һаҡлау ведомстволарының матбуғат хеҙмәттәре эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса түңәрәк өҫтәл үткәреү, шулай уҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән «Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты биләмәһе буйлап матбуғат туры ойоштороу ҡаралған.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, түңәрәк өҫтәл ултырышында экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тикшереләсәк. Съезд һуңында унда ҡатнашыусылар ғәмәлдә ҡулланыу маҡсатында тейешле тәҡдимдәр индерәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика