Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-10 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2013, 11:25
Республика Президенты: «2015 йыл аҙағына Стәрлетамаҡта балалар баҡсаларына сират мәсьәләһе хәл ителергә тейеш»
Стәрлетамаҡта алдағы йылдарҙа балалар баҡсаларына сират мәсьәләһе хәл ителергә тейеш – был хаҡта республика Президенты Рөстәм Хәмитов шишәмбе, 13 августа, Стәрлетамаҡ буйлап
эш сәфәре
йомғаҡтары буйынса ҡала халҡы менән осрашыу барышында белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, быйыл бер
балалар баҡсаһы
файҙаланыуға тапшырыла, йәнә дүртәүһе яңыртыла. Һөҙөмтәлә ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 800-900 яңы урын булдырыласаҡ. Шундай уҡ эштәр үткән йылда ла башҡарылды.
— 2015 йыл аҙағына Стәрлетамаҡта балалар баҡсаларына сират мәсьәләһе хәл ителергә тейеш, - тине Рөстәм Хәмитов. – Йыл һайын республика кимәлендә был маҡсаттарға 3-4 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
бр президентының эш сәфәрҙәре
балалар баҡсалары
Читайте нас