12:14 (UTC+5), 14 Августа 2013

БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары төбәктә Эшҡыуарлыҡ йорто асырға теләй

Людмила Терновая
Республика башлығының Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуында Палата ағзаһы Денис Мусин Өфөлә Эшҡыуарлыҡ йорто асыуҙа ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап Президентҡа мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә республика эшҡыуарҙарының үҙҙәренең айырым майҙансығы юҡ. Унда түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, эшлекле осрашыуҙар, съездар үткәрергә булыр ине. Мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларында бындай Эшҡыуарлыҡ йорттары бар, тип һөйләне Палата ағзаһы. Әлеге ваҡытта осрашыуҙар үткәреү өсөн майҙан бүлеү үтенесе менән ведомстволарға мөрәжәғәт итергә тура килә.
— Был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә уйларға кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов. – Ниндәйҙер бүлмә һайларға кәрәк. Әлеге ваҡытта Конгресс-холл яңыртыла, бинаның бер ҡаты үҙгәртеләсәк. Бүлмәне шунан бүлергә була. Икенсе яҡтан, был мәсьәлә буйынса Өфө хакимиәте менән кәңәшләшергә кәрәк: улар байтаҡ бүлмәләрҙе ҡуртымға бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика